МӘҠӘЛДӘР
* * *
Ауыртҡан (ҡысытҡан) ерҙән ҡул китмәй.
Ауырыу китһә лә, ғәҙәт китмәй.
Ауырыу хәлен һау белмәҫ. (Ас хәлен туҡ белмәй.)
Ахмаҡ дуҫтан аҡыллы дошман артыҡ.
Ашаған белмәй, тураған белә. (Ҡапҡан белмәй, тапҡан белә.)
Ашаған табағыңа төкөрмә.
Ашап туймағанды ялап туймаҫһың.
Аш атҡанға таш атма.
Аш – ашҡа, урыны башҡа.
Аштың майы, һүҙҙең яйы була.
Аштың тәме хужанан.
Ашың булмаһа ла, ҡашың булһын (Ашыңды биргәс, ҡашыңды йыйырма).
Аш янында ат һымаҡ, эш янында эт һымаҡ.
Аяҡ-ҡулың өҙөлһә лә, өмөтөң өҙөлмәһен.
Байлыҡ – бер айлыҡ, аҡыл – мәңгелек.
Бала бар йортта сер ятмай.
Бала бәләкәйҙә - беләккә көс, ҙурайғас – йөрәккә көс.
Бала күңеле – аҡ ҡағыз.
Балалы өй – баҙар, балаһыҙ өй – маҙар.
Бала саҡ – баллы саҡ.
Бала тыйһаң, баштан тый.
Балаһыҙ бер илай, балалы ун илай.
Баллы һүҙ баш әйләндерә.
Балтаңа ҡарап ағас һайла.
Бар йылға ла бер яҡҡа аҡмай.
Бармаҡтың ҡайһыһын тешләһәң дә ауырта.
Бар яраштыра, юҡ талаштыра.
Батырға ла ял кәрәк.
Башҡа бәлә төшмәй аҡыл кермәй.
Башланған эш – бөткән эш.
Башлыҡ булһаң, башлы бул, йыйырылмаҫ ҡашлы бул.
Баш һау булһа, бүрек табылыр.
Башыңа төшһә, бағанаға ла сәләм бирерһең.
Беҙ ҡапсыҡта ятмай.
Белмәгәндең беләге тыныс.
Белмәйем – бер һүҙ, беләм – мең һүҙ.
Белмәү ғәйеп түгел, белергә теләмәү ғәйеп.
Бер аяғын атлағансы, икенсеһен эт ашай.
Бер боҙоҡ алма ботә тоҡто серетә.
Беренсе ир – алланан, икенсеһе – бәндәнән, өсөнсөһө - шайтандан.
Береһе тарта мәғрипкә, береһе тарта мәшриҡҡа.
Бер йыл бүҙәнә һимерһә, бер йыл тартай һимерә.
Бер ҡатлылыҡ бурлыҡтан яман.
Бер ҡатын алдында икенсеһен маҡтама.
Бер ҡышҡа (йылға) ҡуян тиреһе лә сыҙаған.
Бер олоно, бер кесене тыңла.
Бер хата икенсеһен тарта.
Берәүҙә баш ҡайғыһы, берәүҙә бүрек ҡайғыһы.
Бер яҡшыға бер шаҡшы.
Беткә үсегеп, тунын утҡа яҡҡан.
Биргәндең битенә ҡарамайҙар.
Бишектәге бала бишкә төрләнә.
Боландың үҙ мөгөҙө үҙенә ауыр түгел.
Бөркөт себен ауламай.
Буйына ҡарама, уйына ҡара.
Булырҙайҙан тайшанма, булмаҫтайға таянма.
Булыры булған, буяуы уңған.
Бурыслы үлмәҫ, әжәлле үлер.
Буштың атаһы үлгән.
Бүре балаһын бүреккә һалһаң да, урманға ҡарай.
Бүре бар ерҙә ҡуянға көн юҡ.
Бүре лә туҡ, ҡуй ҙа теүәл.
Бүрене йәлләһәң, һарыҡһыҙ ҡалырһың.
Быҙау һайын бухгалтер, себеш һайын секретарь.
Бәлә ағас башынан йөрөмәй, әҙәм башынан йөрөй.
Бәлә ҡыңғырау тағып килмәй.
Бәхет ҡошо ҡунғанда беленмәй, осоп киткәс беленә.
Вайымһыҙҙың эше алымһыҙ.
Гөл ҡәҙерен былбыл белер.
Ғилеме барҙың телеме бар.
Ғәйепле үҙ күләгәһенән дә ҡурҡа.
Ғәмһеҙ кеше – йәнһеҙ кеше.
Димсе диңгеҙ кистерә.
Доға ҡабатлауҙан иман иҫкермәй.
Донъя баҫһа, тоҙ ҙа татлыға әйләнә.
Донъя бер гөл итеп, бер көл итеп өйрәтә.
Дошманыңа үлем теләгәнсе, үҙеңә ғүмер телә.
Дүрт аяҡлы ат та абына.
«Дыр», «ҙыр»ға ҡош та ҡунмай.
Дәртле дарманын табыр.
Дәртһеҙ кеше – күҫәк, йәрһеҙ кеше – ишәк.
Ҙур йыртыҡты бәләкәй ямау ҡапламай.
Ҙур урманда ҡарға булғансы, бер ҡыуаҡта былбыл бул.
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ.
Егетлек ерҙә ятып ҡалмаҫ.
Егәрленең ҡулы егерме.
Ел иҫмәй, япраҡ һелкенмәй.
Заман боҙоҡ түгел, әҙәм боҙоҡ.
Заманына күрә - туйы, далаһына күрә - ҡуйы.
Иген ер һыуына үҫмәй, тир һыуына үҫә.
Иген яйын иккән белер, арба яйын еккән белер.
Изгелектең иртәһе-кисе юҡ.
Ике кеше бер булһа, илле кеше йөҙ булыр.
Ил ауыҙына иләк ҡаплап булмай.
Ил тупланһа – туп була, ил ойошһа – уҡ була.
Инә ҡаҙ ҡаңҡылдамаһа, ата ҡаҙ бармай.
Ир-егеттең эсендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр.
Иренгән «иртәгә» тиер.
Ирле иренә таяна, ирһеҙ биленә таяна.
Иртәгә ҡалған эшең – һынып төшкән тешең.
Иртәнге тигән уй менән бөгөн тамаҡ туймай.
Исеменә күрә есеме.
Иҫерек – иҫәр һыңары.
Иҫке ғәҙәт ташланмай, яңыһы башланмай.
Иҫәпкә бар, һанға юҡ.
Иҫәпһеҙҙең ҡуйы теүәл.
Ит аҫылы – ҡарталыр, зат затына тарталыр.
Итексенең итеге тишек, тимерсенең балтаһы китек.
Итәк киҫеп, ең булмаҫ, иҫке дошман дуҫ булмаҫ. (Салғый киҫеп, ең булмай.)
Йоҡо яҫтыҡ һорамай.
Йөҙ дуҫ аҙ була, бер дошман күп була.
Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә.
Йүләр һүҙгә йүгән юҡ.
Йылыға йылан да эйәләшә.
Йыраҡта булһа – кешнәшә, яҡында булһа – тешләшә.
Йыуашлыҡты беләләр, тоталар ҙа үбәләр.
Йыуаштан йыуан сыға.
Йәне теләгән йылан ите ашаған.
Кейәү холҡо – көҙгө көн.
Кем арбаһына ултырһаң, шуның йырын йырларһың.
Кем менән ҡарайғанһың, шуның менән ағар.
Кеше елкәһе ауыртмай.
Кеше күңеле – ҡара урман.
Килбәтле ҡыҙ килен булғас күренер.
Киллер ҡунаҡтың ҡарыны киң.
Көл булмай, гөл булмаҫһың.
Көнсөлгә көнөң ҡалмаһын.
Көн яманы китер, әҙәм яманы китмәҫ.
Көслө - көсөн, һөнәрле эшен күрһәтер.
Көсөң етмәгәнгә көсәнмә.
Көтөү аҙашмай, көтөүсе аҙаштыра.
Күмәкләгән яу ҡайтарған.
Күңеле тар – һөйөнмәҫ, күңеле таш – көйөнмәҫ.
Күңел күҙе күрмәһә, маңлайҙағы – ботаҡ тишеге.
Күңел тапмаҡ – бер һүҙ, күңел ҡалмаҡ – бер һүҙ.
Күп өргән эт тешләмәҫ, күп ҡысҡырған эшләмәҫ.
Күрәсәкте күрмәй, гүргә кереп булмай.
Кәзәне кәбеҫтә ҡарауылларға ҡуймайҙар.
Кәңәшле ил тарҡалмаҫ.
Кәртәгә кермәгән, тәртәгә кермәй.
«Кәрәк»кә лә сама кәрәк.
Кәрәк саҡта эткә лә «еҙнә» тиҙәр.
Ҡабыҙмаһаң, шырпы ла янмай. (Һонолмай һыу ҙа эсеп булмай.)
Ҡаҙандың ҡоромо, ямандың ҡылығы йоғор.
Ҡаҙан ҡараһы китер, күңел ҡараһы китмәҫ.
Ҡайҙа барһаң да, ҡара һаҡалың үҙеңдән ҡалмай.
Ҡалған хәтерҙең ҡары китһә лә, боҙо китмәй.
Ҡанға һеңгәнде йыуып та, юнып та бөтөрөп булмай.
Ҡапҡан һайын ҡалъя эләкмәй.
Ҡара тауыҡ та аҡ күкәй һала.
Ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайната. (Ҡылды ҡырҡҡа яра.)
Ҡартайыу өсөн аҡса кәрәкмәй.
Ҡарттар һүҙе – ҡапсыҡта, йәштәрҙеке – янсыҡта.
Ҡасып китһәң дә, сәсеп кит, ҡайтыуыңа аш булыр.
Ҡатын ҡыҙҙың сырағы ҡырҡ, бере янмаһа, бере яныр.
Ҡатын уңғанын усаҡтан, ир уңғанын бысаҡтан беләләр.
Ҡойроҡ баштан алда йөрөмәй.
Ҡоторғандаң ҡотолғаның хәйерле.
Ҡулдың – оҫтаһы, һүҙҙең ҡыҫҡаһы яҡшы. (Бауҙың оҙоно яҡшы, һүҙҙең ҡыҫҡаһы яҡшы.)
Ҡул яраһы китә, тел яраһы китмәй.
Ҡунаҡ аҙ ултыра, күп һынай.
Ҡунаҡ һорамай таптыра.
Ҡыҙҙар йыйнаҡ булһа, егеттәр тыйнаҡ була.
Ҡыйыш атып, тура тейҙерә.
Ҡылығын белмәгән малға яҡын барма.
Ҡысытмаған ерҙе тырнамайҙар.
Майҙы майлап ашамайҙар.
Май сүлмәге тышынан билдәле.
Матурлыҡ – күҙ өсөн, холоҡ – күңел өсөн.
Матур сәскә сәнскеле була.
Мейес бер ҡыҙһа, сей утын да яна.
Мин күрмәгән аҙ ҡалды, Бохарҙа бер таҙ ҡалды.
Мөхәббәт йәш һорамай.
Муйыны булһа, ҡамыты табылыр.
Ни һөйләһәң, алдыңа шул килә. (Юраған юш килә.)
Ни юҡ булһа, шул танһыҡ.
Оялған туйҙан буш ҡалған.
Ояңа ҡарап ҡанат ҡаҡ (Дуғаңа ҡарап ҡыңғырау таҡ.)
Өйҙәге иҫәпте баҙарҙағы хаҡ боҙа.
Өйөңдәге хәлде күршеңдән һораш.
Өлөш бар ерҙә үлеш бар.
Себен тулап тәҙрә ватмаҫ.
Серле кеше – сирле кеше.
Серәкәйҙең тешләүенән безелдәүе яман.
Сибәр сибәр түгел, һөйгән сибәр. (Һылыу һылыу күренмәҫ, һөйгән һылыу күренер.)
Суртандың үҙе үлһә лә, теше үлмәй.
Сыбыҡ саҡта бөгөлмәгән, таяҡ булғас бөгөлмәҫ.
Тамыры ныҡ ағас оҙаҡ йәшәй.
Тауға ҡарап таш атма.
Тауыҡ күкәй һалғанда, әтәсте тулғаҡ тота.
Тауыҡ эше – ем эҙләү.
Тел һөйәкһеҙ, уй төпһөҙ.
Теләгән - әмәлен эҙләр, теләмәгән – сәбәбен эҙләр.
Тик тормаған телдә бәлә бар.
Тоҙһоҙҙо күҙһеҙ ҙә тоя.
Тун да китте, тауыш та бөттө.
Түр кемдеке, мендәр шуныҡы.
Түрә үтә күрә.
Тыуа килә мөгөҙ сыҡмай, тора килә мөгөҙ сыға.
Уҙған болото тотоп булмай.
Уйнап һөйләһәң дә, уйлап һөйлә.
Ун бәләнең туғыҙы – телдән.
Урыҫ улын һөйләһә, мәрйә ҡыҙын ҡыҫтыра.
Ут менән һыу ҡауышмаҫ.
Үҙем тапҡан мал түгел, атайҙыҡы йәл түгел.
Үҙ йортонда алйот та хужа.
Үлемдән оят көслө.
Фәрештә булһа – ҡанатлы, шайтан булһа – ҡойроҡло.
Хеҙмәтенә күрә хөрмәте.
Хәйләле эш хәйерһеҙ.
Һарыҡ булһаң, һуйғанда тыпырсынма.
Һин элек тыуһаң, мин белеп тыуған.
Һөйҙөргән дә тел, көйҙөргән дә тел.
Һөймәгәнгә һөйкәлмә.
Һөт менән кергән – йән менән сыҡҡан.
Һуҙып һалһаң – бүрәнә, һөйәп ҡуйһаң – таҡта.
Һүҙ үтмәгән ерҙә уҡ үтә.
Һүҙ һүҙҙе сығара, йоҙроҡ күҙҙе сығара.
Һүҙ эйәһе менән йөрөмәй.
Һыйыр тулаһа, аттан яман.
Һыу башынан болғана.
Һәйбәт ҡәйнәнән дә ҡандала еҫе килә.
Һәнәктән көрәк булған (Герәздән кенәз булған.)
Шайтан таяғына ҡырау төшмәй.
Шатлыҡ күрһәң, шашма: ҡаза күрһәң, аҙашма.
Шиңгән сәскә ҡабат терелмәй.
Ырғығанда икеләнмә - ҡоларһың.
Ыштанһыҙ билгә - ҡайыш бау.
Энә үткән ерҙән еп үтә.
Эсең тулы ут булһа ла, кеше алдында «уф» тимә.
Эт артында – ҡойроҡ, түрә артында – бойороҡ.
Эт күңеле бер һөйәк.
Эт тиһәң – йөнө юҡ, әҙәм тиһәң – йүне юҡ.
Әҙергә - хәҙер.
Әҙәпһеҙҙә иман юҡ.
Әлеф йотҡан хур булмаҫ. (Белеме бар хур булмаҫ.)
Юғарыға ҡарап фекер ит, түбәнгә ҡарап шөкөр ит.
«Юҡ»ҡа мин дә туҡ.
Яҙған ризыҡ теш һындырып керер.
Яҙмышты ямап булмай.
Ялҡауға эш өйрәтһәң, ул һиңә аҡыл өйрәтер.
Яңғыҙға яла күп була.
Ярҙа ултырып, йөҙөргә өйрәнмәйҙәр.
Ятып ҡалғансы, атып ҡал!
Оценили 0 человек
Показать список поделившихся